+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 12:30

Әсәй, уҡыйыҡ әле!

Сабир ШӘРИПОВ(Уймаҡ хикәйәләр)Өләсәйең кем?Урман юлынан машинала елдереп, шәп-шәп атлаған бер малайҙы ҡыуып еттек тә эргәбеҙгә ултыртып алдыҡ.— Ҡайҙа бараһың? – тип белештем унан. – Яңғыҙ йөрөргә ҡурҡмаған егет икәнһең!— Утарға барам, — тине «егет», шунан өҫтәп ҡуйҙы. — Өләсәйем шунда йәшәй.— Кем һуң өләсәйең? — һөйләшеүгә шофер ҙа ҡушылды.— Өләсәй инде...— Исеме нисек? — ҡабат мәрәкәсел генә өндәште был тирәне яҡшы белгән шофер.— Өләсәй! — тимәһенме малай ҡаты ғына.Уйға ҡалдым. Бәй, бәләкәй саҡта үҙем дә өләсәйҙәремдең исемен белмәнем бит. Ә һеҙ, балалар, беләһегеҙме?..

Салбары бысрағас...
Күмәкләп күрше ауылға йәйәү киттек. Һабантуйға! Батыр исемле малай оло юлдан бармай, һуҡмаҡҡа төшөп алды. Сос үҙе, берсә алға, берсә артҡа йүгергеләй, тал сыбығын, эй, тегеләй ҙә былай һуҡҡылай. Ни күрәбеҙ, тиҙҙән еүеш ҡомға ҡолап, бысранып, эргәбеҙгә яҡынайҙы. Ауыҙы бәлшәйгән.
— Илама, бер ерең дә ауыртманы бит, — тип тыйҙы быны атаһы алдан уҡ.
— Иламайым да ул, күҙемдән йәш үҙенән-үҙе аға лаһа, – тигән булды улы.
— Ә ниңә аға? — тип йылмайҙы әсәһе. — Батыр бит әле һин, улыҡайым.
- Бысратты лаһа а-анау һуҡмаҡ салбарымды. Өр-яңы салбарымды!
— Ә һин һуҡмаҡҡа сыбығың менән һуҡ! — тип ҡушты атай кеше улына. — Ҡабат улайтмаһын.
Батыр аптырабыраҡ торҙо ла... баш сайҡаны. Ниңә икән?
Читайте нас: