Беренсе көндө ул йыйылған милләттәштәребеҙгә ҡумыҙ тураһында лекция-концерт үткәргән. Балаларға ҡумыҙ тарихы, оҫталар тураһында һөйләгән, ҡумыҙҙа уйнау алымдарын күрһәтеп, ҡумыҙ серҙәрен асҡан. Йәш башҡорттар бик ҡыҙыҡһынып тыңлағандар. Уҡытыусылары Юлия Фаил ҡыҙы 15 йылдан ашыу ошо музыка мәктәбендә башҡорт-татар фольклорын алып бара икән. Артабан ул ҡумыҙсылар ансамблен дә етәкләйәсәк.