Япон Мицубиси икенсе урын эҙләй башлай. Тойота ла уның артынан эйәрә. Дуҫынан айырылғыһы килмәй шул. Тик бөтә урындарҙы ла француз Пежо, немецтәр Фольксфаген менән Мерседес, беҙҙең Лада, Рено, Ламборджини, Шевроле алған. Шул саҡ артта пипелдәгән тауыш ишетелә. Баҡһаң, теге кореец Киа тора. Мине лә үҙегеҙ менән уйнатһағыҙ, урынымды бирәм, ти икән. Мицубиси менән Тойота ҡыуанып киткән. Шунан һуң Мицубиси:
– Әйҙә, уйнатырбыҙ, мин риза!
– Һин ниндәй уйындар беләһең? – тип һораған.
Киа төрлө уйындар белә икән. Баҫтырыш, йәшенмәк һәм тағы ла бик күп...
– Әйҙә уйнайыҡ! – тигән Тойота.
– Әйҙә! – Киа шатлығынан һикереп-һикереп алған. Улар рәхәтләнеп уйнаған. Ошонан алып Мицубиси, Тойота, Киа гел бергә йөрөй башлаған. Өсәүһе лә бөтә ярыштарҙа гел беренсе булған, ти.