+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2020, 14:15

Ә һеҙ беләһегеҙме?

ТЕЙЕНДӘР ТУРАҺЫНДА ҠЫҘЫҠЛЫ МӘҒЛҮМӘТТӘР Тейендәр ҡулға тиҙ эйәләшә һәм кешеләргә еңел генә ышана.Улар үлән, сәртләүек кенә ашап ҡалмай, ҡоштарҙы һәм уларҙың йомортҡаларын да ашай икән.Тейендәрҙең хәтере бик насар. Ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән сәртләүек, көнбағыштарын ҡышҡыһын йәшергән еренән таба алмай ыҙалана икән.Тейендәрҙең тиреһе бик ҡиммәтле.Улар һыуҙа шәп йөҙә. Әммә ҡабарынҡы һәм ҙур ҡойроҡтары йөҙгәндә ҡамасаулай. Шуға күрә лә, батмаҫ өсөн, тейендәр йөҙгән саҡта ҡойроғон һыуҙан өҫтә тоторға тырыша.

150 метрҙан ҡолап төшкәндә лә, тейен зыян күрмәй, сөнки ҡабарып торған үҙенсәлекле ҡойроҡтары парашют ролен үтәй.
Бер көндә тейен йөҙҙән ашыу шыршы һәм ҡарағай тубырсыҡтары таҙарта ала. Был күләмдәге аҙыҡ уға 3 айға етә.
Һоро, хатта ҡара төҫтәге тейендәр була. Беҙҙең илдә ерән тейендәр генә йәшәй.
Читайте нас: