Ер йөҙөндә иң дәү диңгеҙ хайуаны — күк кит тураһында ла уҡыны Айнур. Киттың һыны балыҡҡа оҡшаған. Уның йөрәге “Фольксваген-Голльф” тигән машина ҙурлығында. Ә яңы тыуған балаһының оҙонлоғо ете-туғыҙ метр була. Диңгеҙ хайуаны, сиктән ьыш ҙур булһа ла, бик-бик ваҡ диңгеҙ үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Шундай аҙыҡты ул көнөнә меңәр килограмм ашай.
Төрлө бөжәктең төрлө төҫтө үҙ итеүе лә Айнурға асыш булды. Баҡһаң, бал ҡорттары һары, зәңгәр төҫтәге сәскәләргә өҫтөнлөк бирә икән. Ә күбәләктәр ҡыҙылға ҡыҙыға.
Себен менән иңкеш (шмель) көрән, йәшел төҫтәрҙе ярата.
Балалар! Һеҙ уҡыған китаптарҙан ниндәй ҡыҙыҡтар осраттығыҙ? Нимәләр ныҡ хәтерегеҙҙә ҡалды?