+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Август 2020, 17:30

Кескәйҙәргә уҡыйыҡ!

Зөһрә ҠотлогилдинаҠоштар концертыАҡлан сәхнәгә әйләнгән,Ағастар — тамашасы,Ҡоштар концерт ҡуя, тиеп,Тып та тып тама тамсы. Иң тәүҙә сыҡты сыйырсыҡ,Һис тә ҡаушап торманы.Мең көйгә һалып йырҙарынЙырланы ла йырланы.

Унан һандуғас һайраны,
Торғаны моң йомғағы.
Ҡайҙан йыйған шул сама йыр?
Был — тәбиғәт йомағы.
Кәкүк тә инәлтмәй генә
Әйтә башланы таҡмаҡ.
Бер, ике, өс... алты, ете... —
Һанарға етмәй бармаҡ.
Бытбылдыҡтар, бүҙәнәләр
Теҙелешкән сиратҡа.
Моң һибелә, йыр тарала
Әйләнә тирә-яҡҡа.
Читайте нас: