-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Август 2020, 15:25

Йәйге ял көндәре гөрләп үтә...

Асия һәм Сара Абдуллиналар йәйге каникулда ҡайҙа барған, нимәләр күргән икән? Ошо хаҡта беҙҙең сайтта уҡый алаһығыҙ...

Апалы-һеңлеле Асия һәм Сара Абдуллиналар Өфө ҡалаһында йәшәй. Каникул етеү менән, улар Ғафури районында йәшәүсе олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтты. Ике яҡтан да олатайҙар, өләсәйҙәр һағынып көтөп тора бит ҡыҙҙарҙы!
Ҡунаҡ булып ҡына ятмай улар. Ең һыҙғанып, ярҙам итергә лә тырышалар.
Асия Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый, 5-се класҡа бара. Ә Сара һеңлеһе быйыл ошо уҡыу йортонда тәү башлап мәктәп ишеген аса. Шуға күрә лә яңы уҡыу йылына яңы көс туплап киләләр.
Ғафури районы Игенйылға ауылында күптәнән Страус фермер хужалығы эшләп килә. Ошонда килеп страустарҙы, экзотик ҡоштарҙы күрергә хыялланғайны Асия менән Сара! Ниһайәт, ата-әсәһе менән барып, күреп ҡайттылар.
Үркәсле дөйәләр, оҙон муйынлы страустар, павлиндар, башҡа төрлө хайуан-йәнлектәр йәшәй был хужалыҡта. Улар янында фотоға төшөү, икмәк менән һыйлау шулай ҡыҙыҡ булды, сәйәхәт бик оҡшаны, ти ҡыҙҙар.
Читайте нас: