+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Август 2020, 10:45

ТӘРБИӘСЕЛӘР БАЛАЛАР БАҠСАҺЫН ЯҢЫСА БИҘӘГӘН

Илеш районы Түбән Сереккүл ауылы балалар баҡсаһы яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Балалар баҡсаһы 2016 йылда (ауыл биләмәләрен ныҡлы үҫтереү программаһы буйынса) төҙөлөп, бына инде 4 йыл сабыйҙарға тәрбиә һәм белем бирә.
Балалар баҡсаһының территорияһы бик ҙур: унда сәскәлектәр ҙә, картуф, еләк-емеш, йәшелсә баҡсалары ла, уйын, спорт майҙансыҡтары ла, хатта ауыл хужалығы урыны ла бар.
Коллективтың татыулығы эштә һынала. Баҡсаны тәрбиәләп тотоу өсөн бар коллектив: булдыҡлы, талапсан етәксе Латипова Гөлнара Рәзил ҡыҙы, тәрбиәселәр Камалтдинова Илвира Фирдәүес ҡыҙы, Ғәлиева Айгөл Әсҡәт ҡыҙы, музыкаль етәксе Ҡадирова Ҡарлуғас Йәғәфәр ҡыҙы, хужалыҡ етәксеһе Миғранова Альмира Данил ҡыҙы, ашнаҡсылар Ситдиҡова Лилиә Фәүәдит ҡыҙы, Иҫлебаева Зарима Рифмир ҡыҙы, тәрбиәсе ярҙамсылары Ғайсина Әнфисә Рәүис ҡыҙы, Йосопова Оксана Илья ҡыҙы, Сорокина Зилә Илмир ҡыҙы, Сакаева Гүзәл Рәшит ҡыҙы, Хәкимов Хәлим Хәмитйән улы ла бар ихласлығын һалып тырыша.
Заман талаптарына тура килтереп төҙөлгән балалар баҡсаһы
территорияһын тағын да йәнләндереп ебәреү өсөн быйылғы йылда Гөлнара Рәзил ҡыҙы инициативаһы менән музыкаль етәксе Ҡарлуғас Йәғәфәр ҡыҙы тарафынан йәнһүрәт геройҙарының ағас һындары яһалды, ә Латыпов Флорид Фәүәдис улы уларҙы матурлап киҫеп, бар коллектив сағыу төҫтәргә буяны. Йәнһүрәт геройҙары хәҙер баҡсаның төрлө мөйөштәрендә урын алды.
Берҙәмлек, тырышлыҡ, оҫталыҡ, күңел йылыһы аша тыуҙырылған матурлыҡ бар кешене үҙенә йәлеп итеп тора.
Хәҙер инде балалар баҡсаһы 1 сентябргә тулыһынса әҙер һәм үҙенең
кескәй дуҫтарын һағынып көтөп тора.
Читайте нас: