+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Август 2020, 11:40

"ЙӘЙЛӘҮ"ГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

https://vk.com/yaylau2020

3 августан республикала Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса “Йәйләү” онлайн-профилле сменаһы эш башланы. Уның 20 йыллыҡ тарихы бар. “Йәйләү” сменаһына тәү тапҡыр башҡорт теленән олимпиадаларҙа еңгән, уҡыуҙа уңышҡа өлгәшкән һәм бөтә төрлө конкурстар лауреаттары йыйылғайны.
Коронавирус арҡаһында быйыл балаларҙы йыйып булманы. Әммә республикала онлайн форматта “Йәйләү” сменаһын үткәрергә булдылар. Быйылғы онлайн-сменала республиканың ҡала һәм ауылдары уҡыусылары ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән балалар ҙа ҡатнаша ала. Бынан тыш, сменаның яңы форматы яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән үҫмерҙәргә лә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә.
Балаларҙы интеллектуаль конкурстар, викториналар, милли мәҙәниәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, билдәле шағирҙар һәм яҙыусылар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, популяр артистар менән онлайн-осрашыуҙар көтә. Онлайн-сменаға эләгер өсөн Интернеттағы махсус биттә теркәлергә кәрәк. Теләгәндәрҙе унда әүҙем ҡатнашырға саҡыралар.
Мәғариф һәм министралығы алып барған “Йәйләү” онлайн-сменаһы хаҡында түбәндәге адрес буйынса танышырға, шулай уҡ ҡатнашырға була: https://vk.com/yaylau2020.
Читайте нас: