+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Август 2020, 08:50

БЫНА ШУЛАЙ ЙЫРЛАЙ ТУЙМАЗЫ ЕГЕТТӘРЕ!

Морат бик күп телдәрҙә йырларға оҫта

Иҫ киткес талантлы тиҫтерегеҙ менән таныштыҡ беҙ кисә. Ул Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбенең 6-сы ”а” класы уҡыусыһы. Йыр буйынса уҡытыусыһы – Рәмзиә Хәмит ҡыҙы Яруллина. Морат “Оҙон көй” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында уҙғарылған конкурста 1-се урын яулаған. Халыҡ-ара, Рәсәй, республика конкурстарында ана шулай гелән еңеүҙәр яулап йөрөй.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфия Ғәйзуллина әйтеүенсә, Морат уҡыуҙа ла бик тырыш икән. Ниндәй генә темаларға һөйләшеүҙәр ойошторолһа ла, ижади саралар булһа ла, ул әүҙем ҡатнаша һәм һәр эшен еренә еткереп башҡара икән. Афарин, Морат! Киләсәктә һине ҙур сәхнәләрҙә башҡорт моңон донъяға таратыусы итеп күрергә яҙһын! Әйткәндәй, ул рус, инглиз телдәрендә лә йырҙар башҡара.
Читайте нас: