+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Август 2020, 12:40

ВӘТ ШҮЛГӘНТАШ ҠЫҘЫҠЛЫ!

Өфөнөң 94-се лицейы уҡыусыһы Азалия Ғаязова шулай ти

Йәй – каникулдар мәле. Кем яратмаһын инде йәмле был миҙгелде! Азалия ла уны көтөп ала. Быйылғыһы бигерәк тә ҡыҙыҡлы булды, сөнки ул ата-әсәһе менән бергә Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күрҙе.
  • Мине бигерәк тә ундағы боронғо һүрәттәр ғәжәпләндерҙе. Мәмерйә шул тиклем ҙур! Ер аҫты күлдәре һәм йылғалары үҙҙәре генә ни тора! Бер мәл миңә хатта боронғо донъяға барып эләккәнлдәй хис иттем үҙемде.
  • Ҡайтҡас мотлаҡ Башҡортостанда элек йәшәгән кешеләр, уның боронғо тарихы хаҡында китаптар табып уҡыясаҡмын! Тәбиғәт байлыҡтары һаҡларға кәрәк! – ти 5-се класс уҡыусыһы.
    Читайте нас: