Бер яғымда – ҡәрсәй, бер яғымда – өләсәй. Шундай бай, мин малай! Исемем дә – Байназар. Ә фамилиям – Иштанов. Өфө янындағы Шамонин ауылында йәшәйем.
Йәй етһә, Бәхтейәр һәм Баязит ағайымдар менән ауылға ҡайтабыҙ. Бер йылғаның ике яры кеүек – өләсәйем менән ҡәрсәйем. Ә мин уларҙы тоташтырыусы күпер. Бер ҡулым менән – өләсәйемә, икенсеһе менән ҡәрсәйемә таянам. Шулай итеп ике яҡты тоташтырам да ҡуям!