Башҡортостанда 31 июль Ҡорбан байрамы билдәләнә. Ул быйыл, донъялағы хәлдәр күҙ уңында тотолоп, яңы тәртиптә үтәсәк.
Байрам намаҙы егерме минуттан да артмаҫҡа тейеш. Ул бөткәндән һуң, барыһы ла шунда уҡ таралышырға тейеш, байрам һыйы ла тыйыла.
Кешеләр үҙ-ара 1,5 метр оҙонлоғонда арауыҡ һаҡларға, битлек режимын үтәргә тейеш.
Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, тик яҡшыға өмөтләнеү, изге теләк теләү зарур. Был изге байрамда ул ҡабул булыр, тип ышанайыҡ.