+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Июль 2020, 11:00

Ура-а, тиҙҙән үҙебеҙҙең бына тигән йәнһүрәттәребеҙ буласаҡ!

“Муха” студияһы бөгөнгө көндә “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы йәнһүрәте өҫтөндә эшләй.

Өфөләге “Муха” студияһы 1990 йылда барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең компьютерлы графика баҙарындағы алдынғыларҙың береһе булған ойошма әлеге ваҡытҡа тиклем фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, махсус эффектар менән шөғөлләнгән.
Бөгөнгө көндә “Муха” Башҡортостан Хөкүмәтенең заказы буйынса “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы йәнһүрәте өҫтөндә эшләй.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “себендәр”ҙә ҡунаҡта булды, киләсәктә был студияның йәнһүрәттәргә йүнәлтелгән эш барышы хаҡында һөйләште.
“Муха” студияһы – республикабыҙҙың йөҙөк ҡаштарының береһе, быға тиклем уға тейешенсә иғтибар биреп еткермәгәнбеҙҙер тип уйлайым. Беҙ бергә эш башланыҡ инде”, – тине төбәк етәксеһе.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Фото: glava.rb
Читайте нас: