Ул: “Кисә VI Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек барышын тикшерҙек. Ул коронавирус пандемияһы арҡаһында 2021 йылға күсерелде. Фольклор байрамын иң юғары кимәлдә үткәреү өсөн ваҡыт бар. Яҡынса, байрам июлдең тәүге яртыһында булыр.
Әлегә 57 ил теркәлгән, барлығы 80 ил вәкилен көтәбеҙ, был – 2500 кеше. Шулай уҡ туристарҙы саҡырыу буйынса ла ҙур эш башҡарыласаҡ. Турист компаниялары ла Башҡортостанды күрергә теләгәндәр өсөн пакетлы ҡарарҙар әҙерләй башлаһын ине. Бар донъяға Башҡортостан, уның матурлығы тураһында һөйләү өсөн бик яҡшы мөмкинлек бар.
Фестивалде үткәреү схемаһы элеккесә ҡала: фестиваль округтары буласаҡ, унда артистар барасаҡ. Бик күп ирекмәндәр ҡатнашҡан халыҡ менән эшләйәсәк. Хәҙер бөтәбеҙгә лә берҙәм көстәрҙе тупларға һәм яңы көстәр менән әҙерлек башларға кәрәк. Эштәр барышы тураһында еткереп барырмын!”