+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 20:25

Өфөлә бер ҡолон, әсәһе янында...

Улар баш ҡаланың ниндәй урамында?

Башҡорт дәүләт аграр университеты биләмәһендә яңы арт-проект барлыҡҡа килде: бейә һәм ҡолон һыны ҡалҡып сыҡты. Баҡырҙан ҡойолған скульптураның бейеклеге ике метр тирәһе, ауырлығы – ике тонна.
БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, был объект уҡыу йортоноң 90 йыллығына арналған.
Әгәр ҙә университеттың штандартындағы алтын башаҡ “йәшел” донъя менән бәйләнеште аңлатһа, бейә менән ҡолон был уҡыу йортоноң хайуандар менән дә бәйле икәненә лә ишара булып тора икән.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: