+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июль 2020, 21:43

Һай, үҙебеҙҙең батыр!

Тыва республикаһындағы Халыҡ-ара әрме уйындары сиктәрендә үткән "Атлы марафон" еңеүселәре араһында Башҡортостан егете лә бар.

“Кара-Хаак” тау полигонында Рәсәй хәрбиҙәре уҙғарған конкурс “Алыҫ арауыҡҡа атлы марафон” һәм “Ҡатнаш эстафета” өлөштәренән торҙо. Беренсе этапта ҡатнашыусылар һыбай килеш 130 километрҙы уҙырһа тейеш булһалар, икенсе этапта йәйәү мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ҡаршылыҡтарҙы еңеп, штрафһыҙ ғына финишҡа барып етеү күҙалланған.
Тәүге урындарҙы алыусылар араһында Башҡортостан егете лә бар. 2-се урынды яулаған Рязань юғары гвардия һауа десанттары команда училищеһынан ҡатнашҡан гвардия бүлегенең командиры Вячеслав Горчаков Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Ул 1999 йылдың 26 декабрендә тыуа. Рәсәй геройы А. В. Довлатов исемендәге Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусын тамамлай, уҡыуҙың беренсе көндәрендә үк үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә.
Ярыш еңеүселәре августа халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк Әрме уйындарында Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәре исеменән сығыш яһаясаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: