Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров кисә Бөтә донъя Фольклориадаһы буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
“Беҙгә был сара юғары кимәлдә үтһен өсөн бар көстө туплар кәрәк”, – тине ул һөйләшеү барышында.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдереүенсә, киләһе йылда республикаға Фольклориада айҡанлы 80 ил вәкилдәре килеү күҙаллана. Уларҙың дөйөм һаны яҡынса 2500 кеше.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы ойошторолған Фольклориада Башҡортостандың 34 район-ҡалаһында үтәсәк.