+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2020, 17:27

“САМАУЫРЛЫ РИТАЙЫМ”ҒА, ӘСӘЙ, ТАҒЫ БАРАЙЫҠ!

6 йәшлек Әҙилә Әҙелмырҙина исемле ҡыҙҙың бер туҡтамай матур итеп бейегәнен мин тап ана шунда күрҙем. Видеоһын “Бәйләнештә” социаль селтәренә һалам.

Һүҙем “Төрөк һауа юлдары” компанияһының Башҡортостандағы вәкиле, маркетинг буйынса белгес, Әбйәлил егете Рөстәм Абдразаҡов асып ебәргән “Самауырлы ритайым” проекты хаҡында.
Ул Өфөлә барыһын да һәр шаршамбы Ағиҙел ярының Салауат Юлаев һәйкәле аҫтындағы тәңгәленә сәй эсергә йыя. Бында бик күп талантлы башҡорт йәштәрен күреп, бик ҡыуандым. Күптәре балаларын да алып килгән.
Батырхан Сәфәрғәлин менән дә ошонда таныштым. Бигерәк матур итеп башҡортса һөйләшә 6 йәшлек ағай кеше.
Ике йәше лә тулмаған кескәй Наза Мәзитова кеүек иҫ киткес һөйкөмлө ҡыҙҙы ла тап ошо байрамда осратым. Бәләкәстәр өлкәндәр менән бында бейей ҙә, йырлай ҙа, сәй ҙә эсә. Бик матур милли урынға әйләнеп китте “Самауырлы ритайым”.
АВТОР һәм Азамат Тимербаев фотолары.
Читайте нас: