-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Июль 2020, 13:05

БАШҠОРТОСТАН ПРОЕКТТАРЫ ӨСӨН ТАУЫШ БИРӘЙЕК!

Быйыл йәйен эске туризмға ихтыяж ныҡ артты. Башҡортостанда был тармаҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Географик яҡтан төбәктең уңайлы урында булыуы, йырҙарҙа ла данлап бөтөлмәгән тәбиғәт – беҙҙәге шарттарҙың өҫтөнлөгө.

Башҡортостан Рәсәйҙә туристик-рекреацион кластерҙар төҙөү һәм экотуризм үҫеше буйынса федераль конкурста ҡатнаша. Төп маҡсаты – туристар ағымын яйға һалыу, уны ойошҡан рәүештә алып барыу һәм уның идара итеү. Был ысул менән туристарҙың ағымын, урындарҙа дөрөҫ итеп идара итеүҙе көйләп һәм дөйөм туристик маршруттар селтәре төҙөп буласаҡ.
Стратегик инициативалар агентлығынан һөнәри ҡеүәтләү алыу һәм грант отоу өсөн был бик шәп ысул.
Беҙҙең республиканан был сарала ике проект ҡатнаша: “Ҡеүәтле Ирәмәл”(“Ирәмәл” тәбиғәт паркы һәм “Урал-Тау” дәүләт тәбиғәт заказнигы ингән) һәм “Башҡортостан йөрәге” (“Еҙем” төбәк тәбиғәт паркы, федераль кимәлдәге “Башҡортостан” милли паркы, Торатау, Толпар шыршылары, “Киндерле-Леднева-Октябрьская” мәмерйәләр системаһы, Туғар Салған күле, Асҡын мәмерйәһе ингән)
13 июлдә тауыш биреү башланғайны. 23 июлгә тиклем барасаҡ был сарала әүҙем ҡатнашайыҡ.
Республикабыҙҙан ике кластер өсөн дә тауыш бирәйек. Шулай итеп, әйҙәгеҙ, федераль комиссияға Башҡортостанға һәм уның киләсәгенә ышаныуыбыҙҙы күрһәтәйек.
Тауыш биреү өсөн https://priroda.life сайтына инергә һәм “География” бүлеген (https://priroda.life/geography) табырға кәрәк.
Бының өсөн https://priroda.life сайтына инегеҙ,
Теркәлегеҙ (теркәлеүҙе теләһә ҡайһы социаль селтәр йәки электрон почта аша эшләп була),
География https://priroda.life/geography инегеҙ,
Картала төбәкте : республика Башкортостан һайлағыҙ,
Кластерҙы һайлағыҙ һәм “йөрәк”кә баҫығыҙ,
Башҡортостандың ике кластеры өсөн дә тауыш бирәйек!
Фото:feodoujem.crimea-school.ru
#алгаБашкирия #дома #наприроду #россиясамаякрасиваястрана #держикурснаприроду
Читайте нас: