-3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июль 2020, 23:35

НИҢӘ САМОЛЕТТАР, ВЕРТОЛЕТТАР ЯРҘАМ ИТМӘЙ?

ҺОРАУҒА ЯУАП ТҮБӘНДӘГЕ ЯҘМАЛА

Белгестәр әйтеүенсә, янғынды авиация менән һүндереү һөҙөмтәле түгел. Сөнки урман янғындарына ҡаршы көрәш тәжрибәһенән күренеүенсә, вертолеттар көсөн файҙаланып һыу ҡойоу 10-15 минут һайын ҡабатланып торорға тейеш. Эш ошо рәүешле бармаһа, янғын яңынан ҡоторасаҡ. Әлеге ваҡиғалар барған урындарҙа вертолеттарҙы һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтар юҡ.
Йәнә лә аҫтағы янғындарҙы һүндергәндә өҫтән һибелгән һыуҙың 30 проценты ғына ут сыҡҡан урындарға барып етә, сөнки төшөп еткәнсе һыу парға әйләнә һәм ағастарҙың япраҡтарында, оландарында ҡала.
Тағы ла шуныһы ла бар: әлеге мәлдә авиацияны ҡулланыу ерҙә эшләгән көстәрҙең эшенә ҡамасаулауы, хатта шәхси составты хәүеф аҫтына ҡуйыуы ихтимал. Шуға күрә әле һаман да төбәккә ҡул көсө, ир-егеттәр кәрәк!
Читайте нас: