Әле урмансыларға ут менән көрәшеү өсөн ярҙам кәрәк. Шуға күрә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы “Беҙҙең хәстәр” линияһы буйынса ирекмәндәр туплау бара. Иртәгә Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт алдында 12.30 сәғәттә йыйылыу ҡаралған. Ирекмәндәрҙе Ҡаһарман ауылына алып барасаҡтар. Кешеләрҙе һайлап алыу, инструктаж үткәреү һәм урында эшләү өсөн Өфөлә Александр Толстых (+7-961-358-04-67) һәм Белорет районында һәм Ҡаһарман ауылында Андрей Иванюта (8 -917-793-61-80) яуаплы. Ярҙам итергә әҙерҙәр табылһа, шылтыратығыҙ. Алып барыу, ашатыу һәм яҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙе “Беҙҙең хәстәр” үҙәге дирекцияһы үҙ өҫтөнә ала.