+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июль 2020, 12:30

Әсәй, уҡыйыҡ әле!

Ял көнөндә йомаҡ ҡойошайыҡ!Сәрүәр ҒӘЛӘҮЕТДИНОВЙОМАҠТАРБер йыллыҡ был үҫемлектеСәсеп ҡара бер ҡабат. Уңышыңдан һөйөнөрһөң,Витаминға бай — ... Япрағын да, көпшәһен дә,Кемдер миңә ҡалдырған.Заманында йән аҫрар,Ризыҡ булған...

Бер йыллыҡ был үҫемлекте
Сәсеп ҡара бер ҡабат.
Уңышыңдан һөйөнөрһөң,
Витаминға бай — (ҡабаҡ).
Япрағын да, көпшәһен дә,
Кемдер миңә ҡалдырған.
Заманында йән аҫрар,
Ризыҡ булған ... (балтырған).
Сағыусы үлән үҫемлек,
Йорт тирәһендә үҫкән.
Япрағында ҡөҙрәте бар,
Әрһеҙ үлән... (кесерткән)
Витаминға бай үҫемлек,
Һутын эс, бирәм, ҡалаҡ.
Туғай, болондарҙа үҫә,
Туҡлыҡлы ул... (ҡуҙғалаҡ)
Һары ғына сәскә ата,
Булды инде күргәнем.
Аңҡытып хуш еҫен бөркә,
Юл ситендә күк... (әрем)
Читайте нас: