Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова: "Балалар баҡсаһында мотлаҡ башҡорт төркөмө булырға тейеш!" – тип белдерҙе. Бының өсөн, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә берҙәм һәм баланың киләсәге өсөн яуаплы булыуы мөһим. Республикала етәкселеге был мәсьәләгә ыңғай ҡарай. Башҡорт ата-әсәләренә, милләттәшребеҙгә әүҙем булыу, мәсьәләгә яуаплы ҡарау кәрәк.