Сибай ҡалаһынан Тимур Вилданов һәм Рамаҙан Әлмөхәмәтов, Салауат ҡалаһынан Даниэль Шәмсетдинов, Алмас һәм Азат Байназаровтар ихлас күңелдән, ҙур теләк менән яр буйын, төрлө сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Дуҫ малайҙар тәбиғәткә рәхмәттәрен ана шулай еткерҙе. Балалар: "Тәбиғәтте һәм һыуҙы ныҡ яратабыҙ, шуға таҙартабыҙ!" – ти.Тимәк, киләсәк быуын балаларына өмөт ҙур. Балаларҙа тыуған еребеҙгә ҡарата һөйөүҙе ошолай тәрбиәләйек. Каникул мәлендә беҙ балаларҙы – һыуҙағы хәүефтәрҙән, ә һыуҙы сүп-сарҙан һаҡлайыҡ!