+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июль 2020, 15:10

БӨРЙӘН ЯНА!

ХАКИМИӘТ ҺӘМ ХАЛЫҠ ҠОРОЛОҠ ҠАЗАҺЫ МЕНӘН КӨРӘШӘ!Төбәктә бөгөн ашнаҡсы ҡатындар, көрәк тотоп эшләрлек ир-егеттәр кәрәк. Көн һайын район хакимиәте бинаһы алдынан янғын урындарына автобустар китә.

Йәйҙең ҡоро килеүе һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә янғындар менән хәл киҫкен тора. Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте һәм Бөрйән районы хакимиәте төбәктә, атап әйткәндә, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы хәл-торош тураһында хәбәрҙар. Хакимиәттәр халыҡ менән бергә янғындың иң киҫкен урындарында утты һүндереү эштәре алып бара. Кисә 17 июлдә Бөрйән районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде.
Төбәктә бөгөн ашнаҡсы ҡатындар, көрәк тотоп эшләрлек ир-егеттәр кәрәк. Көн һайын район хакимиәте бинаһы алдынан янғын урындарына автобустар китә.
Әлеге мәлдә урман биш урында яна:
  • Ҡолғана ауылынан 1,5 саҡырым алыҫлыҡта “ҡыҙыл әтәс”те туҡтатыр өсөн 146 кеше һәм 44 техник берәмек йәлеп ителгән. Янғын майҙаны 159 гектарға тиклем барып еткән. Ауылға барып етмәҫ өсөн тәбиғи ҡаршылыҡ – Үҙән йылғаһы. Әле янғын һүндерелмәгән.
  • Килдеғол ауылына тиклем 7 саҡырым арауыҡта 18 гектар майҙан урман яна. Янғында һүндереүгә 6 кеше һәм 4 техник берәмек йәлеп ителгән. 18 гектар майҙанда янғын һүндерелгән.
  • Яңы Усман ауылыны тиклем 9 саҡырым майҙанда 20 гектарҙа урман яна. Янғынды һүндереүгә 12 кеше һәм 8 техник берәмек йәлеп ителгән. “Ҡыҙыл әтәс” бында тыйылған.
  • Һарғая ауылына тиклем 8 саҡырымда 14 гектарҙа урман яна. Янғынды һүндереүгә 10 кеше һәм 3 берәмек техника йәлеп ителгән. 14 гектарҙа янғын туҡтатылған.
  • Ғәлиәкбәр ауылына тиклем 10 саҡырым арауыҡта 37 гектар майҙанда урман яна. Һүндереүгә 18 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. 37 гектарҙа янғын туҡтатылған.
  • Һәр урында янғынды һүндереү эше даими алып барыла. Ауылдарға ут барып етмәһен өсөн бөтә саралар ҙа күрелә. Янғын сыҡҡан урындарҙы күрһәгеҙ, 112 телефонына шылтыратып, хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
    Ихтирам менән Бөрйән районы хакимите башлығы Ғәзиз Манапов.
    Читайте нас: