Баҡсала селәү ҡаҙып йөрөгән Әмир, ағастар араһында нимәлер ҡыштырҙауына иғтибар итте. Бер аҙ шөрләһә лә, ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыҡты. Ул, уҫал кесерткәндәрҙе аяғы менән һындыра баҫып, эскәрәк үтте. Бәлки, сысҡандыр?.. Юҡ, сысҡан түгел! Ул аяҡ тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күптән ҡасыр ине... Кипкән япраҡтар, сүп-сар араһында тағы нимә булырға мөмкин? Бәлки, туҙбаш йыландыр?.. Тик быға тиклем Әмирҙең баҡсала бер ваҡытта ла йылан күргәне булманы.
— Терпеее! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әмир.
Ысынлап та, алма ағасы төбөндә терпе балаһы ултыра ине. Ул Әмиргә бөтөнләй иғтибар итмәне. Бәләкәй генә тәпәйҙәре менән ҙур алманы тотоп алған да мырт-мырт кимерә, үҙ алдына нимәлер һөйләнгән кеүек:
– Ниңә генә әсәйемдең һүҙен тыңламаным, ниңә генә тырнаҡтарымды ашаным икән?.. Әсәйем әйтте бит: «Тырнаҡтарыңды ашама, энәле терпегә әйләнерһең», – тип. Ә мин ҡолағыма ла элмәнем...
Әмирҙең аптырауынан башы әйләнеп китте. Тауышы ла таныш кеүек, тип терпегә яҡыныраҡ килеп, сүкәйеп ултырҙы. Терпе, алма ашауынан туҡтап:
— Әмииир! – тине лә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Бына шул саҡ инде малай күршеһе Булаттың тауышын танып алды.
— Булат, әллә был сәнскеле терпе – һинме?
— Эйе.
— Нимә булды һинең менән?
— Булды инде, булды, бына терпе булдым.
— Нишләп?
— Тырнағыңды ашаһаң, һин дә терпегә әйләнәсәкһең!
— Кит, юҡты һөйләмә!
— Ал ҡулыңды ауыҙыңдан!
Әмир:
— Булат, ә хәҙер ни эшләйһең инде?
— Әллә... — тине Булат, мөғжизә булыуына бөтөнләй ышанысын юйып. — Беләһеңме, Әмир, әгәр мин кире малайға әйләнһәм, әсәйемдең һүҙен тыңлап ҡына торасаҡмын! Һин дә өлкәндәрҙең һүҙен тыңла, йәме! Сөнки улар беҙҙе ярата… — тип әйтеп тә өлгөрмәне, көслө ел сығып, терпене тәгәрәтеп ҡарағат ҡыуаҡлығына алып инеп тә китте.
— Уй, уй, әсәәәй, кесерткән саға! – тип, ҡыуаҡлыҡтан Булат йүгереп килеп сыҡты. Әүәлге Булат! Әмирҙең шатлығының иге-сиге булманы.
Был хәлдән һуң урам малайҙары Булаттың хатаһын ҡабатламаны.
Бына шулай, балалар, һеҙ ҙә аҡыллы булығыҙ, тырнаҡтарығыҙҙы кимермәгеҙ, йәме! Әтеү терпегә әйләнерһегеҙ!