+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Июль 2020, 15:20

Кескәйҙәргә шиғри күстәнәс

БесәйБесәй, бесәй, бес-бес!Йомғағыма тота үс.Баҫтыра иҙән буйлап,Тағатып бөтөп ҡуйған.Үрмәләне ҡорғанға,Ҡолап төштө диванға.Биттәрен йыуа, ялай,Һырпаланып һөт һорай.Бесәй, бесәй, бес-бес,Һөт һалайым, эс, эс.Уйна, һикер, арыма,Тик бәләгә тарыма.

Яңы өйҙә
Яңы өй һалып инделәр-
Ҡотланылар туғандар.
Юлиәгә был ваҡытта
Ике-өс йәш булғандыр.
Буяу еҫе аңҡып тора,
Бөтә нәмә өр-яңы.
Бары ҡыҙый иламһырай
Тирә-яғына бағып.
Ҡысҡырып илап ебәрҙе,
Аптыратып атаһын.
“Әннә, әйҙә, тиҙерәк бул,
Үҙебеҙгә ҡайтайыҡ!”
Шул да булдымы малай!
Ҡустым Азат — бәләкәй,
Йомшаҡ ҡына ҡулдары.
Көнө буйы был арала
Мамыҡ менән уйнаны.
Бармаҡ осо менән генә
Аҡ мамыҡҡа ҡағыла.
Өҙөп ала, бергә ҡуша,
Йолҡа тағы, тағы ла.
Ниндәй ҡыҙыҡ таба икән?
Белмәйем, аңлашылмай.
Бер йәшемдә уның кеүек
Булдыммы икән шулай?
Тапҡан уйын! Ана трактор
Арбаһын тағып тора.
Кәрәк икән, бар машина,
Эйәрләнгән аты ла.
Бик булмаһа, ана туп бар,
Уйнап алырға ярай.
Ә был уйнай мамыҡ менән —
Шул да булдымы малай!
Миңзәлә Хәлилова, уҡытыусы.
Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы.
Читайте нас: