Балаларҙың йәйен лагерҙарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Әммә быйылғы эпидемиологик хәл арҡаһында уларҙың ойошторолоу-ойошторолмауы һаман һорау аҫтында ҡала килде.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе:
“Миңә ата-әсәләр йәйге ялға ҡағылышлы күп һорауҙар бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемиологик хәл арҡаһында беҙ йәнә мәктәп янындағы һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙы асыуҙы кисектереп торорға мәжбүрбеҙ. Йәй ваҡытында балаларҙың шөғөлһөҙ ҡалыуын яҡшы аңлайбыҙ. Был ата-әсәләргә өҫтәлмә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра”.
Проблеманан сығыу юлы шулай ҙа бар. 20 июлдән лагерҙар онлайн тәртиптә эшләй башлаясаҡ. Был тәжрибә йәй башында ҙур уңыш ҡаҙана, Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең Краснодар, Төмән, Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ямал-Ненец округынан 89 меңдән ашыу бала онлайн-сменаларҙа ҡатнаша.
Онлайн лагерҙа ял итеү бушлай, интернет ҡына булһын.
Балалар өсөн бизнес-проекттарҙың презентациялары, квиз-плиздар, челленджтар, ярыштар буласаҡ. Шулай уҡ “Уңышлы балалар мәктәбе”, кибер-спорт буйынса ярыштар, “Эшлекле этикет”, “Халыҡ алдында сығыш яһа” модулдәре, “Республикабыҙ брендтары” проекты сиктәрендә балаларҙың ижади сығыштары булдырыласаҡ.
Был йәһәттән тулыраҡ мәғлүмәт һәм тәғәйен һылтанмалар һуңыраҡ буласаҡ.