Бөгөн Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин балаларға уҡтан атыу буйынса семинар үткәрҙе. “Аҡбуҙат” журналы был сарала еңеүселәргә үҙ бүләктәрен әҙерләне!
Юлай ағай сарала милли кейем, тарих, башҡорт халҡының боронғо рийәүәттәре хаҡында ла бәйән итә. Ул уҡтан атырға өйрәткәндә һәр ғәмәлдең, милли кейемдәге һәр биҙәктең, һәр атаманың аңлатмаһы тураһында һөйләне. Был сара Рәсәй Президенты гранты ойошторола һәм “Мәргән уҡсының ете ырыуы” тип атала.
“Аҡбуҙат”тың бүләгенә Вил Мөфтәхов менән Илүзә Аҫылгәрәева лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ еңеүселәрҙе! Улар туғандарын беҙҙең баҫмаға яҙҙырыр, башҡорт матбуғатынан айырылмаҫ, тип теләйбеҙ!