-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 12:10
Әсәй, уҡыйыҡ әле!
Факиһа Туғыҙбаева шиғырҙарыБҮЛӘКВәсилә лә бик оҫта,Рәсимә лә бик уңған.Килмәгән бер эш тә юҡБыл ҡыҙҙарҙың ҡулынан. “Әсәйгә текһәк күлдәк,Булыр ине шәп бүләк!”Эҙләнеләр туҡыма,Туҡыма юҡ шул бына! Эҙләнеләр ныҡ ҡына,Ҡыҙҙар әйтте шуҡ ҡына:“Әсәйҙең бер күлдәгенИтәйек беҙ туҡыма!” Әсәләренә бүләкТекте ике тегенсе.Күлдәктән бер алъяпҡысСыҡты! Ур-ра! Һөйөнсө! Әсәләре ҡыуанды:“Балаларым бик уңған,Килмәгән бер эш тә юҡҠыҙҙарымдың ҡулынан!”
ҒАЯЗ МЕНӘН АРЫҪЛАН
Ғаяз арыҫлан йөкмәгән,
Ажғыра арыҫланы,
Яратмайҙыр йыртҡыс йәнлек
Үҙенә ҡарышҡанды.
Ни әйтһә лә, ни ҡушһа ла,
Торайыҡ шып-шым тыңлап:
Ҡабып ҡына йотмаһа ла,
Тешләп алыр йә тырнап.
Ғаяз арыҫлан күтәргән,
Ҡурҡмай ҙа, иламай ҙа,
Урам буйлап китеп бара,
Ҡурҡырға уйламай ҙа.
Аптырап ҡуймағыҙ тағы
Ғаяздың көлгәненә.
Ажғырып торған арыҫлан —
Уның бит күлдәгендә!
ҠУРҠМА!
Тыпырлап илай Гүзәл,
Илағас, ул бик тә йәл.
Ҙур айыу алған ҡотон,
Гүзәл, йә, миңә тотон!
Айыу яман үкерә,
Ҡасмаһаң, ул үлтерә.
Гүзәл, илама әле,
Гүзәл, ҡолама әле!
Таныным ҡарап-ҡарап,
Айыу түгел, ул — Айрат.
Кейгән айыу битлеге,
Их, Айраттың этлеге!
АРБА
Һөйрәгән бабай арба,
“Арба, — тип, — мине арба!”
Ҡарт булһа ла, ти, бабай,
Һиҙгер, ти, бик тә абай.
Арба юлда көсәнде,
Төшөп ҡалды күсәре.
Табалмаған күсәрҙе,
Тапҡан бабай күсәнде;
Кәбеҫтәнең күсәнен,
Эй көсәнеп, үсәнеп,
Ҡуйған арбаға бабай:
“Был эш, — тиеп , — бик ябай”.
Арба юлда көсәнде,
Һындырҙы ул күсәнде.
Ары ла китә алмай,
Бире лә китә алмай
Бабай тора, ти, юлда,
Тора, ти, һаман шунда.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?