+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 19:30

Әсәй, уҡыйыҡ әле!

Ҡадир Әлибаев шиғырҙарыИКМӘК КИЛҺӘ ӨҪТӘЛГӘ... Тәм-томдарың ары торһон,Икмәк килһә өҫтәлгә:Кәйефтәрем күтәрелә,Күңелгә дәрт өҫтәлә. Икмәк буштан килмәй ул,Фиҙакәр хеҙмәт кәрәк.Икмәк, икмәк — изге ризыҡ,Алтындан ҡиммәтерәк. Икмәк ташта үҫмәй бит ул,Икмәк үҫә баҫыуҙа.Һынығын да ситкә атма,Теймә йәнгә-асыуға! Тәм-томдарың ары торһон,Икмәк килһә өҫтәлгә:Кәйефтәрем күтәрелә,Күңелгә дәрт өҫтәлә.

ЯМҒЫР УҘҘЫ
Елләп-елләп ямғыр яуа,
Тамсы тама тып та тып...
Әйтерһең дә, тайҙар саба
Еҙ йүгәндәр сыңлатып.
Ямғыр уҙҙы. Ә күк йөҙө
Хас сабый кеүек көлә.
Ҡояш йәйғор–таҫтамалын
Ҡайын башына элә.
БАЛА САҠ
(ҡобайыр)
Әй, әкәмәт бала саҡ
Әкиәт булып ҡаласаҡ.
Белгән нәмәм — гел уйын,
Күтәргәнем — саң-ҡойон.
Ауыҙ-морон бал ине,
Менгән атым тал ине.
Һоҡланғаным — ай ине,
Ҡолағаным — тай ине.
Күк күкрәгән мәлдәрҙә,
Аунаным үләндәрҙә.
Йомарландым йомғаҡтай,
Тәгәрләнем ҡамғаҡтай.
Үтте инде малай саҡ,
Ауыҙ-морон майҙа саҡ.
Хәҙер мин бит ир еткән,
Малай түгел иреккән!
Уралыма ул була алһам,
Илемә ҡул була алһам —
Миңә, дуҫтар, шул еткән,
Шул еткән, ау, шул еткән!
ТӘҮӘККӘЛЛЕК
Тәүәккәлләп кистем йылғаны,
Тәүәккәлләп мендем юрғаны.
Тәүәккәлләп сыҡтым ауҙарға
Тәүәккәлләп мендем тауҙарға.
Тәүәккәлләп тарттым кереште,
Сәпкә тейҙе. Нисек килеште!
Тәүәккәллек кәрәк һәр эштә,
Тиҙ серерһең, ятһаң мөйөштә!..
БӨРКӨТ
Бөркөт оса иркен күктә,
Ерҙән бик алыҫ ара.
Ҡанаттары, ҡылыс һымаҡ,
Һауаны ярып бара.
Бөркөт һаман күккә менә,
Нөктә генә ни бары...
Ҡанаттар осҡанда нығый —
Ник осмаһын юғары!
АТАЙ ҠАРАЙ АРТЫМДАН
Үтә иртә, алты йәштә,
Атай атҡа ултыртты.
Дөрөҫөн әйтәм, дуҫтарым:
Башта бик ныҡ ҡурҡытты!
- Аҫҡа түгел, алға ҡара,
Ҡулыңда, улым, теҙген...
Атайым шулай өйрәтте,
Шатлығымдың юҡ сиге!
Бына ялға сат йәбешәм
(Осмаҫ өсөн атымдан),
Йығылыр ҙа инем, бәлки...
Атай ҡарай артымдан!
Читайте нас: