0 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 13:06

Менделеев бабай һымаҡ текә булырға теләһәң...

Эре сәнәғәт предприятиелары эргәһендә үҫкән балалар химияны иң яҡшы мәғариф программалары аша бушлай үҙләштерергә тейеш.

Яңы уҡыу йылында Һарытау, Ҡурған, Киров өлкәләрендә һәм Удмурт республикаһында Менделеев кластары асыласаҡ. Проектың маҡсаты – тирә-яҡты һаҡлау мөхитендә фәнде һәм кадрҙар башланғысын үҫтереү өсөн алдынғы белем биреү программаларын бойомға ашырыу.
Менделеев кластары сиктәрендә химия, математика фәндәренә иғтибар артасаҡ, юғары уҡыу йорттары менән даими бәйләнеш булдырыласаҡ.
Уҡыусылар көн һайын юғары мәктәп уҡытыусылары менән берлектә химия һәм математика буйынса вебинарҙарҙа ҡатнашасаҡ, лаборатор практикумдарҙа белемдәрен камиллаштырасаҡ.
Был белем биреү проектында уҡытыусылар махсус әҙерлек үтәсәк.
Кластар өҫтәлмә дидактик дәреслектәр, лаборатор эштәр өсөн химик реактивтар менән тәьмин ителәсәк.
Программа сиктәрендә башҡа уҡытыусылар, фәнни үҙәктәр менән осрашыуҙар ҡаралған.
“Менделеев кластары” проекты авторҙары белдереүенсә, эре сәнәғәт предприятиелары эргәһендә үҫкән балалар химияны иң яҡшы мәғариф программалары аша бушлай үҙләштерергә тейеш.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА
Фото: distance-teacher.ru
Читайте нас: