-4 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 12:45

Мәктәп уҡыу йылы башына әҙер булырмы?

1-се класҡа барасаҡ 6 бала яңыртылҡан уҡыу йортона аяҡ баҫасаҡ!

Бүздәк районының Ҡаран мәктәбендә ремонт эштәре былтыр сентябрҙә үк башланғайны. Республика ҡаҙнаһынан был эш өсөн - 14 миллион һум, райондан 1 миллион һум бүленгән. Бөгөн 4 миллионға төрлө йыһаздар, мебель һатып алынған. Пластик тәҙрәләр, авария ваҡытында сығыу урындарына ишектәр ҡуйылған, ҡыйыҡ йүнәтелгән һәм фасады буялған. Шулай уҡ йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары тотошлай яңыртылған.
Бөгөн энергияны һаҡлау лампаларын ҡуйыу, уҡыу йортоноң эсендә йүнәтеү, буяу, тирә-яғын йәмләү эштәре планда тора.
Ҡаран мәктәбе 1965 йылдан, йәғни, сафҡа ингәндән алып, ремонт күрмәгән. 2012 йылда йүнәтеү эштәре сиктәрендә – ашхана, 2016 йылда спорт залы төҙөлгән.
Бүздәк районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илгиз Кәшәфетдинов әйтеүенсә, йүнәтеү әүҙем бара, төҙөүселәр талаптарға ярашлы эшләй. Мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер булырға тейеш.
Унда 123 бала белем ала. Ремонт ваҡытында уларҙы күрше Әмир мәктәбенә автобуста йөрөткәндәр. Мәктәп директоры Айрат Мансуров быйыл белем усағы нигеҙенә 6 бала 1-се класҡа аяҡ баҫасаҡ, тип белдерҙе.
Читайте нас: