Йомғаҡ юлын дауам иткән. Уны Аҡбай күреп ҡалған, әле бер яҡтан, әле икенсе яҡтан әйләнеп йөрөп, тикшерергә тотонған. Тәгәрләтә торғас, хәле бөтөп, теле һәленеп, ҡыҙыу ҡояштан ҡасып, күләгәгә барып ятҡан. Йомғаҡ алға тәгәрләүен белгән. Тиҙҙән ҡаңғылдашҡан, сипылдаған тауышҡа туҡтап, мамыҡтай бәләкәй генә йән эйәләренең ҡанат ҡағып, ҡайҙалыр ашығыуын күреп ҡалған. Ҡаҙ, бәпкәләрен эйәртеп, йылға буйына йыйынған икән. Алға табан ынтылған йомғаҡ таныш кәрзинде күргән: “Кис һайын хужабикәм ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәге минең кеүек йомғаҡтарҙы ҡәҙерләп кенә алып ошо кәрзингә һала ине түгелме?” Кәрзингә яҡынайыу менән «сип-сип», «ҡыт-ҡыт» тигән тауыш килгән, тауыҡ йомғаҡҡа оҡшаған һап-һары йомроҡайҙарҙы эйәртеп сыҡҡан, улары үләнгә эләгеп, төрлө яҡҡа тәгәрләй икән. Йомғаҡ таныш кәрзиндең эсенә үк төшөп ятҡан да: «Ниндәй тылсымлы оя. Серем итеп алһам да була», — ти тәгәрләүҙән туҡтаған, ти.
Әбей уянып китһә, ҡулында йомғағы юҡ. Бик оҙаҡ эҙләп таба алмаған. Бабайы ла күрмәгән. Күпмелер ваҡыт үткәс, әбей, тауыҡ йомортҡа һалғандыр, бәлки, тип, ояны ҡарарға сыҡҡан. Ҡулын һуҙыуы булған, бәй, аптырап, йомғағын килтереп сығарған. Ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикереп, шатлыҡлы хәбәрен еткерергә бабайы янына ашыҡҡан, саҡ эләгеп йығылмаған. Йомғаҡҡа уралған донъя йәме өй эсенә тулған. Сихри моң-ауаздар һеңгән төҫлө йомғаҡтарҙы әбей йылы ҡулдарына алған, биҙәктәр төшөрөп, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡбаш, бейәләй, башлыҡтар бүләк иткән.