+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 16:15

Кескәйҙәргә уҡыйыҡ!

Миңлегөл ТАЙСИНАӨләсәйем гөлдәре Өләсәй гөлдәр үҫтерәТәҙрәләре төбөндә.Әллә ҡайҙарҙан йыйған улСәскәнең һәр төрөн дә. Наҙлап ҡына һыуҙар һибә,Йомшай һутлы тупрағын.Иркәләп, яратып алаГөлдәренең япрағын. Яран гөлө — аҡ, ҡыҙылы,Шәмәхәһе, һарыһы —Өләсәй кеүек һөйөнөп,Нурын ҡоя барыһы. Ҙур үҫкәс, үҙем дә шулайҮҫтерәм сәскә-гөлдәр.Гөлдәр менән донъя матур,Яҡтыраҡ була көндәр.

Бабушкины цветы
В нашем доме — словно праздник
Каждый день и каждый год:
То на окнах нам на радость
Нежно так герань растет.
Фиолетовых цветочков,
Белых, красных много тут...
Дарят бабушкины руки
Красоту нам и уют.
Как она их поливает,
Землю черную рыхлит,
То листки рукой ласкает,
Тихо с ними говорит!
И в ответ на эту ласку
Чуть трепещут лепестки.
Нам рассказывают сказку
Бесконечную цветки.
Взрослой став, цветы я буду
Обязательно растить:
С ними просто веселее,
Дни ненастные — светлее,
И вообще чудесно жить!
Читайте нас: