-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 21:41

Быларҙың барыһы ла килер быуынға ҡала

Һәр ҡалала йәмғиәттең кескәй вәкилдәре балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылырға тейеш. Был йәһәттән Башҡортостан, бигерәк тә Өфө һуңғы йылдарҙа ҡыуандыра.

21 июлдә Өфөлә үтәсәк “Парктағы ҡала” мәғариф семинары ла Башҡортостандың ауыл-ҡалаларында уңайлы мөхит тыуҙырыу маҡсаты менән ойошторола.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа республиканың муниципалитет вәкилдәре хәҙерге һәм киләсәк төҙөкләндереү проектары хаҡында һөйләшергә, тәжрибә уртаҡлашырға, ҡала үҫеше өлкәһендәге белгестәрҙең лекцияларын тыңларға йыйыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үтәсәк семинарҙы Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ хужалығы министрлығы ойоштора.
Төбәк етәксеһе төҙөкләндереү проектары өҫтөндә эшләгәндә, ҡала мөхитен үҫтереү белгестәренең белемен камиллаштырғанда был эшкә етди ҡарауҙы бер нисә тапҡыр иғтибар үҙәгенә ала.
Башҡортостан республикаһы ҡалаларҙы үҙгәртеп ҡороу, бында сифатлы һәм тотороҡло эш итеү буйынса беренсе урында килә.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Фото: panevin.ru
Читайте нас: