+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Июль 2020, 17:45

БЫЛ АУЫЛДА БАШҠОРТ ШАҒИРЫ ФӘТИХ КӘРИМ ТЫУҒАН!

Бишбүләк районы Айыт ауылы клубы күп функциялы мәҙәни үҙәк итеп яңыртыласаҡ!

Был ауылда халыҡ күп йәшәй, меңдән ашыу. Ҫарайлы мең башҡорттары төйәге ул. Бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры Фәтих Кәрим тыуған.
2000-2003 йылдарҙа Башҡортостан Президенты Хакимиәтен етәксеһе, юридик фәндәр докторы Илдар Ғимаев та – ошо ауылдан.
Айыт ауылы клубы 1973 йылда төҙөлгән, шуға күрә уны бөгөн ныҡлы йүнәтеү талап ителә. Ошо ниәттән сығып, ауылда киң ҡоласлы реконструкция эштәре башланған.
Ауылда эш 2019 йылдың ноябрендә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә (“Дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау” подпрограммаһы) башланған. Бөгөнгә клубтың тышы, диуарҙары яңыртылған, яңы ҡыйыҡ һалынған, инженер инфрастуктура, канализация, коммуникация алыштырылған, төп сәхнә һәм тамашалар залы яңыса төҙөкләндерелгән, китапхана балалар өсөн уйын бүлмәләре, И. Ғимаевтың музейы һәм башҡа кабинеттар яңыртылған. Шулай уҡ яңы, заманса йыһаздар һатып алынасаҡ. Бүленгән сығымдар – 22,3 миллион һум.
Эштәр тамамланғас, был залдарҙа балалар өсөн дә бик күп түңәрәктәр ойоштороласаҡ. Фольклор, вокал, хореография, ҡул эштәре буйынса шөғөлләнеүселәр өсөн шарттар буласаҡ.
Читайте нас: