+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июль 2020, 19:40

Кескәйҙәргә уҡыйыҡ!

Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНАЯрҙамсыларӘсәйемдең ҡыҙҙары юҡ,Икебеҙ ҙә – малайбыҙ.Бар эштә лә әсәйемәБулышмайса ҡалмайбыҙ. Ул кер йыуһа, беҙ ҡулъяулыҡҮтекләп тә ҡуябыҙ.Иҙән йыуһаҡ, күл яһайбыҙ,Йөрөп булмай – таябыҙ. Һауыт-һаба йыуышҡанда,Тиҙ ватыла быяла.“Ярҙамсыларҙан уңдым...”– ти,Әсәй ярсыҡ йыя ла.

Балалар баҡсаһында

Шиғыр ятларға яратам,
Һүрәт төшөрә беләм,
Атай тигәндәге “А”-ны
Өйрәнеп ҡайтып киләм.
Уҡырға ла, яҙырға ла
Өйрәтәләр баҡсала.
Арымай ҙа ул телебеҙ,
Әллә ниңә ҡул тала.

Олатай һабаҡтары

Олатайым уҡ яһаны,
Янды бөктө муйылдан,
“Ил терәге ирҙәр үҫә,
Зирәк, тырыш, ҡыйыуҙан”.
Шулай итеп, бағанаға
Сәп тә элде – дүңгәләк.
“Ете бабаң мәргәнлеген
Дауам итергә кәрәк!”
Һигеҙ тотам киҫеп алды
Сатыр башлы үләндән:
“Ошо була серле ҡурай,
Моңланыусы өргәндән”.
Олатайым һабаҡтары
Сыңлап тора ҡолаҡта.
Ҡурай тартып көй көйләйем,
Ҡалған саҡта аулаҡта.
Читайте нас: