+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Июль 2020, 19:25

Ишек алдын һәр кем үҙенсә йәмләй ала!

– Беҙ үҫеп килгән быуында зауыҡ тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Ҡатнашыусылар араһында буласаҡ архитекторҙар, проектлаусылар, ландшафт дизайнерҙары ла барлығында һис шигем юҡ!– тине ҡотлау ваҡытында Республика уҡыусы йәштәренең мәҙәни үҙәге етәксеһе Владимир Аристархов.

Һәр кем үҙ ишек алдын иң матуры итеп күрергә теләй. Өфөлә Республика уҡыусы йәштәренең мәҙәни үҙәге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә Тораҡ пункттары эстетикаһы йылына арнап ойошторған “Ә беҙҙең ишек алдында...” конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда һынлы һәм биҙәү ғәмәли сәнғәте төрҙәре буйынса эштәр ҡаралды. Конкурс 15 майҙан 14 июлгә тиклем дауам итте.
Ярышҡа 6 ҡаланан һәм 20 муниципаль райондың педагогия хеҙмәткәрҙәренән 100-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Ейәнсура районы ойошмалары бигерәк тә әүҙем күрһәткән. Сарала барлығы республиканың 50-нән ашыу белем биреү учреждениеһы ҡатнашҡан.
– Беҙ үҫеп килгән быуында зауыҡ тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Ҡатнашыусылар араһында буласаҡ архитекторҙар, проектлаусылар, ландшафт дизайнерҙары ла барлығында һис шигем юҡ!– тине ҡотлау ваҡытында Республика уҡыусы йәштәренең мәҙәни үҙәге етәксеһе Владимир Аристархов.
“Һынлы сәнғәт” номинацияһында тораҡ пунктарын матурлау буйынса бик күп эштәр араһында Өфөнөң 240-сы балалар баҡсаһы 1-се урын яуланы. “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт” номинацияһында Йылайыр балалар ижад йортонан Иван Сучков “Айыу балалары эскәмйәһе” эше менән 1-се урынға лайыҡ булды.
Ейәнсура районының Башҡорт Үргене мәктәбенән Фәрзәнә Аҡсурина “Бәхет” шишмәһе тирәһен йәмләү” эше өсөн “Фотография” номинацияһында еңеү яуланы.
Читайте нас: