+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Июль 2020, 14:10

Юлай ағай уҡтан атырға өйрәтә!

Уҙған аҙнала Белорет районының Инйәр ҡасабаһында “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин балаларға уҡтан атыу буйынса семинар үткәрҙе. Нимәһе менән ҡыҙыҡлы был саралар?Юлай ағай унда милли кейем, тарих, башҡорт халҡының боронғо рийәүәттәре хаҡында ла бәйән итә. Ул уҡтан атырға өйрәткәндә һәр ғәмәлдең, милли кейемдәге һәр биҙәктең, һәр атаманың аңлатмаһы тураһында һөйләй.

“Белорет районы ерлегендә Ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй. Уларҙың ата-бабалары көслө яугир булған, Сыңғыҙхандан үҙ ерҙәрен ҡурсалаған. Бала сағынан Ҡатай ырыуы вәкилдәре уҡтан оҫта атҡан, һыбай сапҡан. Рәсәй Федерацияһы Президенты грантын тап ошо этник спорт төрөнә йүнәлтеүебеҙ ҙә юҡҡа түгел: “Мәргән уҡсының ете уғы” тип атала!” – тине ул.
Инйәрҙә семинарҙа ҡатнашырға 62 кеше килде.
Белорет районы өсөн уҡ-һаҙаҡтар, изолонблоктар тапшырҙы Юлай ағай. Кемдәр уҡтан атырға өйрәнергә теләй, уға мөрәжәғәт итегеҙ. Әйткәндәй, был сарала “Аҡбуҙат” журналы ла үҙ еңеүселәрен тәбрикләне. Улар уйынсыҡ машина һәм ҡупсаҡ тапшырылды.
Сарала ҡатнашҡан балаларҙы шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡарма комитет рәйесе Ғәлим Яҡупов, Белорет районы хакимиәте башлығ Андрей Иванюта тәрбикләне. "Ысын башҡорт - башҡортса һөйләшә белгән башҡорт!" - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Автор фотолары.
Читайте нас: