- Нисек улай? Ә офоҡ нимә була ул, ҡартатай?
— Офоҡ – ул күҙ күреме еткән ерҙең сиге.
— Ә ерҙең сиге буламы ул?
— Юҡ, улым, Ер үҙе бер түңәрәк шар.
— Ҡартатай, ә көндөҙ яҡтыртып торған Ҡояш төнөн ҡайҙа була ул?
- Офоҡ артына үтеп, Айға урын биреп, Ерҙең икенсе яғына шыла.
Йәмил бер аҙ уйланып торғас:
— Ҡартатай, Ай менән Ҡояш һәр саҡ шулай айырым йөрөйҙәрме?
— Юҡ, улым. Улар һәр саҡ Ер менән бергә.
— Ә Ер улар менән нисек бергә була ул? – бер ни аңламаны Йәмил.
- Ҡояш, Ай, Ер бер-береһенә бәйләнгән татыу бер ғаилә. Ер – ул биләүҙә ятҡан кескәй бер бала. Ҡояш ул – наҙлы әсәй. Ерҙе туйындырыр, йәшәтер өсөн ул көн һайын үҙенең йылыһын, наҙын өлөшә. Ә Ай ул – атай. Ер-бала менән Ҡояш-әсә ял итһен өсөн төндәрен һаҡта тора.
- Хәтәр, ҡартатай. – Йәмил һоҡланып ҡуйҙы. – Мин Ерҙе лә, атай-әсәйемде лә, Ай-ҡояшты ла һәм һинең менән өләсәйҙе лә ныҡ яратам.
Ҡартатаһы Йәмилде ҡосаҡлап алды:
- Улым, мин дә һеҙҙең барағыҙҙы ла яратам!
Йәмил ҡартатаһының күкрәгенә башын һалды, ә ҡартатаһы офоҡтарға ҡарап йылмайып ҡуйҙы.