Ҡәҙерле балалар һәм атай-әсәйҙәр! Һеҙҙең “ҡара генерал”, Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙгә ҡаршы яу асҡан Гитлерҙың шәхси дошманы Даян бабай Мурзин хаҡында ишеткәнегеҙ бармы икән? Ул дошмандың тылында һуғышыуы, бик күп еңеүҙәр яулауы менән билдәле. Уны беҙҙең илдә генә түгел, ә бөтә Европала яҡшы беләләр.
Бөгөндән Кушнаренко районының күп профилле һөнәри белем биреү колледжына Даян Мурзиндың исеме бирелгән. Заманында Даян бабай тап ошо колледжда белем алған булған, уҡыу йорто ул йылдарҙа Кушнаренко педагогия училищеһы тип йөрөтөлгән.
“Әгәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҙур ярҙамы булмаһа, Кушнаренко күп профилле һөнәри белем биреү колледжына шәхестең исемен биреү буйынса тырышлығыбыҙ юҡҡа сығыр ине. Районыбыҙ халҡы исеменән – уға рәхмәт. Колледждың студенттары һәм уҡытыусылары ғына түгел, районыбыҙ, республика кешеләре был мөһим ваҡиғаға шатланалыр, тип ышанам”, – ти Кушнаренко районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиззәтуллин.