– Ә мин – Бүрекәй! – тигән бүре балаһы. – Һинең дуҫтарың бармы?
– Минең дә дуҫым юҡ! Әйҙә, дуҫлашайыҡ!
Шунан улар көнө буйы уйнағандар, ти. Кис еткән, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәндәр. Тейенкәй:
– Миңә өйҙә әсәйем көтәлер инде! – тигән.
– Ярай, осрашҡанға тиклем! – тип Бүрекәй ҙә ҡайтырға булған.
Тейен балаһы өйгә ҡайтҡас, әсәһе унан:
– Ҡайҙа булдың, ҡыҙым? – тип һораған.
– Мин бүре балаһы менән дуҫлаштым. Уның менән уйнаным!
– Дуҫлашыуың бик һәйбәт! Тик улай һорашмайынса өйҙән сығып китмә! – тигән әсәһе.
Шул көндән башлап тейен балаһы һорауһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөмәгән.
Эльвина ҠОЛМАНОВА, Красноусол башҡорт гимназияһы.