-2 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июль 2020, 12:30
Кескәйҙәргә уҡыйыҡ!
Зөһрә Үтәғолова шиғырҙары
Бәпкә көтөү
Көтәбеҙ бәпкә,
Була шуҡтары.
Ана, береһе
Ситтә туҡтаны.
Күргән бит себен:
Ҡыуа башланы.
Себеш артынан
Бер ҙә ҡалманым.
Йүгерә себеш,
Йән-фарман мин дә!
Таяғын тотоп,
Өләсәй елә!
Стадионмы ни
Туғайлыҡ йәйҙә!
Финишҡа етер
Кемебеҙ тәүҙә?!
Һалмайым бәлә...
Еләк йыйғанда
Арманһыҙ булам.
Үрмәкселәрҙе
Ҡыуам да ҡыуам...
Оҙон аяғы,
Сумкаһы тулы.
Ауына сырмай
Биттәрҙе, ҡулды...
Ысҡынам үҙем
Һалмайым бәлә.
Еләген йыйһын
Өләсәй әйҙә!
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла