+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Июль 2020, 13:25

Самокатлы малайҙар

Журналыбыҙға яҙылыу буйынса иғлан ителгән конкурста Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләк-САМОКАТ Өфө районынан юлланды."Улдарыбыҙ Нурлан менән Арыҫлан бик ҡыуанды", - ти Зилә Ишкилдина. #Тамыр #Ҡоролтай #Аҡбуҙат

Нурланға - 5, ә ҡустыһы Арыҫланға 3 йәш. Улар Өфө районы Шамонин ауылында йәшәй. Ата-әсәһен ҡыуандырып, малайҙар дуҫ һәм татыу үҫә. Бергәләп төрлө уйындар уйнайҙар, әсәйҙәре менән әкиәттәр уҡыйҙар. "Аҡбуҙат" журналына яҙылып, бүләк отоуҙарына шаян, шуҡ малайҙар бик ҡыуана.
Бәхетле баласаҡ илендә, атай-әсәй йылыһында ғына үҫергә яҙһын Арыҫлан менән Нурланға!
Читайте нас: