+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июль 2020, 15:55

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында үҙгәрештәр буламы?

Шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының статусына бәйле социаль селтәрҙәрҙәге фекер алышыуҙар ерлекһеҙ булыуы хаҡында әйтелде. Гимназияны үҙгәртеп, уның урынына кадет корпусы асыу тураһында хәбәр – төптө ялған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бөгөн башҡарма комитет ағзалары ултырышы үтте. Унда коронавирус пандемияһы шарттарында йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге ҡаралды, пландар билдәләнде.
Шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһының статусына бәйле социаль селтәрҙәрҙәге фекер алышыуҙар ерлекһеҙ булыуы хаҡында әйтелде. Гимназияны үҙгәртеп, уның урынына кадет корпусы асыу тураһында хәбәр – төптө ялған. Уныһы бер. Бынан тыш, йәнәһе лә барлыҡҡа килгән яңы белем биреү учреждениеһына генерал М. Шайморатов исеме биреләсәк.
Республика ата-әсәләре, балалар ҙа был ике шәхестең ғәмәлдәре башҡорт халҡы өсөн генә түгел, хәлиткес мәлдәрҙә тотош ил өсөн ниндәй ҙур роль уйнауын яҡшы белә. Шуға күрә милләттең бөйөк улдарының исемдәрен сәкәштәреү – бөтөнләй килешкән эш түгел.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт- Йыйылышы ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Р. Ғарипов исемен йөрөткән гимназия статусын алыштырмай, был хаҡта планда ла юҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгелештереү буйынса даими эш алып бара. Киләсәктә балаларҙа ватансыллыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатынан республика мәктәптәрендә М. Шайморатов хәрби-спорт кластары асыу идеяһы ла бар. “Республика етәкселеге Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының матди-техник базаһын нығытыу эшен планлаштырған. Был уҡыу йорто һәр ваҡыт башҡорт зыялыларын тәрбиәләү үҙәктәренеү береһе булды, шуға күрә уны үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа күреләсәк!Миңлеғәле Шайморатов һәм Рәми Ғарипов шәхестәренең исемдәрен мәңгелештереү эше параллеь рәүештә бар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Рәми” фильмын төшөрөүгә ярҙам күрһәтеү тураһында күрһәтмәһе бар. Юбилей йылында шағирҙың тыуған яғында Р. Ғарипов уҡыуҙары ла әҙерләнә,” – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева: “Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты үҙ статусын һаҡлай, уның эшмәкәрлеге йүнәлешендә үҙгәрештәр планлаштырылмаған”, – тине.
Читайте нас: