Был аҙнала ғына республика һыуьятҡылыҡтарында 6 кеше батһа, шуларҙың 6-һы – 14-17 йәшлек балалар. Был хәлдәр Бөрө, Салауат ҡалаларында һәм Ауырғазы районында булған.
Йыл башынан 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика буйынса 14–21 сәғәт арауығында батыусылар һаны күберәк.
Өс төрлө сәбәп билдәле: 1) иҫерек килеш һыуға инеү, 2) тәғәйен булмаған урындарҙа һыуға төшөү, 3) балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Бәләкәстәрҙе лә, үҫмер балаларыбыҙҙы ла ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ, хөрмәтле ата-әсәләр! Аллаһ тәғәлә һаҡлаһын беҙҙе бындай хәсрәттән!
Ошондай йөкмәткеле мөрәжәғәт менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров та сығыш яһаны.