+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 23:00

ТӘМЛЕ ГЕНӘ ҺӨТ РИЗЫҠТАРЫ!

Бөгөн республикала льготалы категорияға ҡараған 22705 бала һөт ризығы менән бушлай тәьмин ителә. Алыҫ урынлашҡан ауылдарға аҙыҡты еткереү өсөн булдырылған йөрөп таратыу ысулы Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Өфө, Краснокама, Белорет, Туймазы, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Ишембай райондарында 32 пунктта эшләй.

Бөгөндән Ишембай районында балалар өсөн һөт ризыҡтарын үҙәктән алыҫ урынлашҡан ауылдарға алып барып тапшыра башланылар.
“Һөт ризыҡтары” (“Молочная кухня”) булдырған Петровское ауылындағы (ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында) базаға 15 бала күсерелгән, йәмғеһе был адрес буйынса 50-гә яҡын бала теркәлгән. Яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәгән башҡа ата-әсәләр ҙә бынан алыу өсөн ғариза яҙа ала.
Балаларға һөт ризыҡтарын термоконтейнерҙа ташыйҙар һәм һәр шаршамбы сәғәт 11.00-дән һуң алырға мөмкин.
Бер йыл эшләү дәүерендә “Һөт ризыҡтары” (“Молочная кухня”) 5 тоннаға яҡын һөт эшкәрткән алты етештереү майҙаны булдырған һәм 97 таратыу урыны булдырған. Уларҙың 26-һы фирманың үҙенең тулы аҙна эшләгән таратыу пункттары. Әйткәндәй, шунда уҡ ризыҡтарҙы һатып та алырға була. Йәнә лә 58 пункт “Башфармация” аптекаһында урынлашһа, 13-ө – арендаға алынған таратыу урындарында.
“Һөт ризыҡтары” продукцияһын шулай уҡ “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ”, “Стерх” сайҙа селтәрҙәре магазиндарында алырға мөмкин.
Бөгөн республикала льготалы категорияға ҡараған 22705 бала һөт ризығы менән бушлай тәьмин ителә.
# Национальный проект “Здравоохранение”
Фото: clearbody.org
Читайте нас: