– Үҙ-ара кәңәшләшеп, ата-әсәләр балаларына ҙур бүләк эшләне, – ти район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
Майҙансыҡты төҙөүҙә республика, Учалы ауыл хакимиәте ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән, шулай уҡ Учалы тау байыҡтырыу комбинаты матди ярҙам күрһәткән. Төҙөлөш эштәре Ейәнсура районынан “Уралдеком” компанияһы менән шөғөлләнгән. Хәҙер балаларға мини-футбол, баскетбол, ҡышын хоккей уйнау өсөн бик шәп шарттар булдырылды.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, бындай үҙенсәлекле майҙансыҡтар Башҡорт гимназияһында “Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Хәҙер Учалы ауылының РТС микрорайонында яңы майҙансыҡ төҙөү эше планда тора.